Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итте.
Торлаҡ - коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) иҫәпләү тәртибендәге үҙгәрештәр әлеге түләүҙе алыусы барлыҡ льготасыларға да ҡағыласаҡ. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, «чернобылдәр», шулай уҡ хеҙмәт ветерандары, тыл эшсәндәре һәм күп балалы ғаиләләр бар. 2009 йылдан 2020 йылдың 1 июленә тиклем берҙәм аҡсалата компенсация күләме Башҡортостан Хөкүмәте йыл һайын билдәләгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең республика стандарттарынан сығып билдәләнде.
1 июлдән Федераль законға ярашлы берҙәм аҡсалата компенсация биреүҙең яңы форматына күсеү буласаҡ. Компенсация индивидуаль рәүештә иҫәпләнәсәк һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә фактик сығымдар буйынса биреләсәк. Быға тиклем льготасылар Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы стандарттары буйынса һәр муниципаль берәмек өсөн иҫәпләнгән беркетелгән сумманы алды. Хәҙер иһә һәр льготасы өсөн, уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән сығымдарынан сығып, персональ өҫтәмә түләү иҫәпләнәсәк. Компенсация, счетчиктар күрһәткестәрен иҫәпкә алып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн фактик иҫәпләнгән түләү суммаларынан сығып түләнәсәк. Компенсация күләме шулай уҡ гражданиндың ниндәй льготасы категорияһына инеүенә, торлаҡ фонды төрөнә, уның менән бер торлаҡта теркәлгән кешеләр һанына, торлаҡ бина майҙанына, коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпкә алыу приборҙары булыу-булмауына, йортоң нисә ҡатлы булыуына, торлаҡ бинаны төҙөкләндереү дәрәжәһенә, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре өсөн бурыстың булыу-булмауына бәйле буласаҡ.
“Берҙәм аҡсалата компенсация - кешенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән сығымдарын ҡаплатыу ул. Бындай хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыс булған осраҡта, компенсация түләнмәй", - тип билдәләнеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.
Компенсацияны иҫәпләү хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙән алынған түләүҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә билдәләнәсәк. Бында шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә иҫәпләнгән сумма, льготасының уны үткән айҙан һуң килгән айының 10-сы числоһына тиклем түләүе иҫәпкә алынасаҡ. Йәғни, сентябрь айында был компенсацияны (яңы тәртип буйынса иҫәпләнгән беренсе компенсацияны льготасылар сентябрҙә аласаҡ) алыу өсөн июль айы өсөн коммуналь түләүҙәрҙе 10 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк.