Республиканың Ер милке һәм Финанстар министрлыҡтары күп балалы һәм инвалид балаһы булған ғаиләләргә ер участкалары урынына аҡсалата компенсация биреү механизмын ҡараны
Закон бик күп эре муниципалитеттарҙың ҡала эсендә ер участкалары биреү мөмкинлеге ҡалмауына бәйле эшләнде һәм ҡабул ителде. Республика властары 250 мең һум күләмендә компенсация түләргә тәҡдим итте.
Түләүҙе тик йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн генә - торлаҡ һатып алыуға (шулай уҡ төҙөлөш барғанын да), торлаҡ төҙөүгә, (шул иҫәптән төҙөлә башлағанын тамалауға), ер участкаһы һатып алыуға, ипотека кредитын һәм уның буйынса проценттар түләүгә (түләмәгән өсөн штрафтар һәм пеняларҙан башҡа) файҙаланырға була. Һатып алынған торлаҡ йәки ер участкаһы Башҡортостан территорияһында булырға тейеш.
Льготасылар үҙ теләге менән ер участкаһы йәки аҡсаны һайлай ала. Компенсация ғариза һәм түләүҙе маҡсатлы файҙаланыуҙы раҫлаусы документтар нигеҙендә биреләсәк. Граждандар был аҡсаны ҡулдарына алмаясаҡ, ул ойошма йәки банк счетына күсерелә.
Проект 2021 йылға тиклем төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индереү өсөн сентябрь айында эшләй башлаясаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡсаны нисек алыу тураһында ентекләп бөгөн БСТ каналында барған брифинг барышында республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса министры Наталья Полянская аңлатып үтер. Тура эфирҙы бөгөн, 4 августа, 19 сәғәттә ҡарағыҙ.