Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 12:00

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!

1 июлдән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” унынсы хәйриә акцияһы старт алды.

1 июлдән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” унынсы хәйриә акцияһы старт алды.

Акцияның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам итеү.

-Уҡыу кәрәк-яраҡтарын теләге булғандар Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а адресы буйынса “Ғаилә” район-ара үҙәге бүлексәһенә тапшыра ала. Канцелярия тауарҙары, яҙыу кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү, балалар ижады йыйылмалары тик яңы көйө; рюкзактар, мәктәп формаһы, дәреслектәр, әҙәби китаптар – яңы көйө йәки яҡшы хәлдә булһа ғына ҡабул ителә. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Бөтә тапшырылған мәктәп кәрәк-яраҡтары мохтаж ғаиләләргә таратыласаҡ, - тине Әлшәй районындағы ғаилә хеҙмәте етәксеһе Марина Кравченко.

Читайте нас: