Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 14:45

Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режим

22 июндән республиканың урман фондында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Хөкүмәт күрһәтмәһенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Республиканың урман хужалығы министрлығы халыҡты урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ күҙәтеүҙәрен һорай һәм янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында уларҙы боҙған өсөн административ штраф ҡаралыуы тураһында иҫкәртә. Атап әйткәндә, граждандарға – дүрт меңдән биш мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – егерме меңдән ҡырҡ меңгә тиклем, юридик шәхетләргә өс йөҙҙән биш йөҙ мең һумға тиклем.

Урманда йәки урманға яҡын урындарҙа ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, 8-800-100-94-00 берҙәм бушлай номеры буйынса урман һағына йәки 8 (347) 218-14-14 телефоны аша БР Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Читайте нас: