Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:20

Өйҙән сыҡмайынса ла тауыш бирергә мөмкин.

25 июндән Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Алдан, өйҙән сыҡмайынса ла, тауыш бирергә мөмкин.

25 июндән Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Алдан, өйҙән сыҡмайынса ла, тауыш бирергә мөмкин.
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә уҙа, ул урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана һәм киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, граждандарға тауыш биреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирелгән. Алты көн дауамында – 25-нән 30 июнгә тиклем – өйҙә йәки һайлау участкаһында тауыш бирергә мөмкин. Был саралар һайлау участкаһында сират һәм халыҡ күпләп йыйылыуға юл ҡуймаясаҡ.
Өйҙә тауыш биреү 25 июндән 30 июнгә тиклем дауам итә, шулай 1 июлдә лә. Был тауыш биреү бинаһына килә алмаған граждандар өсөн ҡаралған. Өйҙә тауыш биреү өсөн тейешле участка комиссияһына яҙма ғариза бирергә йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай мөрәжәғәттәр 16 июндән 1 июлдең 17.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Ғаризаны үҙегеҙ, шулай уҡ һеҙҙең өсөн туғанығыҙ йәки социаль хеҙмәт вәкиле бирә ала. Тауыш биреү участкаһында ла 25 июндән 30 июнгә тиклем, һәм туранан-тура 1 июлдә тауыш бирергә мөмкин.
Башҡортостанда әлеге мәлдә 3395 участка һайлау комиссияһы эш башлаған. Комиссияларҙың эш ваҡытын Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында таба алаһығыҙ.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй, уның буйынса Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе ойоштороуға бәйле һорауҙарға аңлатма алырға мөмкин. Шылтыратыуҙар (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә.
“Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:
эш көндәрендә – 10.00 – 13.00, 14.00 –20.00,
ял көндәрендә – 10.00 – 14.00,
24 июндә – 16.00 – 20.00,
1 июлдә – 08.00 – 20.00,
2 июлдә – 10.00 – 14.00,
3 июлдә – 10.00 – 14.00.
Автор: Рәмилә Мусина.

Читайте нас: