Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 20:00

Ун алты йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр йәнә унар мең һум ала

Ил башлығы июль айында һәр балаға (хәҙер ул тыуғандан алып 16 йәшкә тиклемгеләргә) йәнә унар мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ун алты йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр йәнә унар мең һум ала

Коронавирус эпидемияһы осоронда халыҡҡа, иң элек балалы ғаиләләргә, туранан-тура ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бирелә.

Тәү сиратта, был - өс йәшкә тиклем балаларға өс айға бишәр мең һум түләүҙәр, аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәштән ете йәшкәсә балаларға пособиелар. Ә иң ҙур ярҙам июнь айында өс йәштән алып 16 йәшкә тиклемге һәр балаға 10-ар мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү булды.

Ил Президенты Владимир Путин рәсәйҙәргә яңы мөрәжәғәтендә әйтеүенсә, ауырлыҡтар әле сигенмәне. Шуға ла ил башлығы июлдә һәр балаға (хәҙер ул тыуғандан алып 16 йәшкә тиклемгеләргә) йәнә унар мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Июндә бындай түләүҙе алғандарға бер тапҡыр бирелә торған пособие автоматик рәүештә күсерелә. Ә әлегә беренсе түләүгә ғариза тапшырмағандар Пенсия фонды бүлексәләрендә йәки дәүләт хеҙмәттәре сайты аша быны эшләй ала.

Фото: studio47.ru

Читайте нас: