Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 18:10

Әлшәйҙәр участкала һәм өйҙә тауыш бирә

Илебеҙ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороусылар урындарҙа тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың хә-үефһеҙлеген тәьмин итеү саралары күрә.

Участкаларҙа комиссия ағзаларына, шулай уҡ үҙ фекерен белдерергә битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ килеүселәр өсөн шәхси һаҡланыу саралары бар. Һәр ике сәғәт һайын барлыҡ йыһаздар эшкәртелә. Бинаға ингәндә дезинфекциялаусы балаҫ йәйелгән, температура тикшерелә, тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға хәрәкәт итеү схемаһы эшләнгән. Ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн дезинфекция саралары етерлек күләмдә бүленгән.

Шулай уҡ комиссия ағзалары өйҙә тауыш биреү өсөн барлыҡ ҡағиҙәләрҙе күҙәтә.

Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә битлектәр һәм бирсәткәләр ҡулланырға, инфекция таралыу ҡурҡынысын кәметеү өсөн социаль дистанция һаҡларға саҡырам.

Рәйлә ШАФИҠОВА,

территораль һайлау комиссияһы рәйесе.

Фото: gazetaingush.ru

Читайте нас: