Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең Төп законына төҙәтмәләр индереү буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июль тип иғлан ителгәйне. Әммә пандемия шарттарында граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ул аҙна буйы дауам итәсәк. Шулай итеп, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекерегеҙҙе кесе йома, 25 июндән белдерергә була.
Республикала 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ аллы изоляция дауам итә. Шуға ла күп кенә оло йәштәгеләрҙә, нисек тауыш бирергә – өйҙәме әллә участкаламы тигән һорау тыуа.
- Эпидемиологик хәлгә бәйле, иң яҡшыһы - өйҙә, - тип кәңәш итә территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова. – Бының өсөн участка комиссияһына телефон аша шылтыратырға кәрәк, телефон номерҙары алдан таратылған саҡырыу ҡағыҙында күрһәтелгән. Тауыш биреүсе кеше комиссияға үҙе генә түгел, уның туғаны, шулай уҡ социаль хеҙмәткәр ҙә мөрәжәғәт итә йәки шылтырата ала.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.