Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 18:00

Шифаханалар, ял йорттары, спорт секциялары эшен башлай

Әммә Роспотребнадзор ҡуйған ҡаты шарттарҙы үтәү мөһим.

Башҡортостанда 29 июндән шифаханаларға, ял йорттарына, спорт секцияларына, 1 июлдән - ҡала ситендәге мәктәп лагерҙарына, 3 июлдән — мәктәптәрҙәге лагерҙарға эш башларға рөхсәт ителә.

Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. Ул шулай уҡ Роспотребнадзор ҡуйған ҡаты шарттарҙы үтәү мөһимлеге тураһында иҫкәртте. Мәҫәлән, лагерҙың һәр хеҙмәткәре медицина тикшереүе үтергә тейеш, йәмғеһе - 10 меңдән ашыу анализ эшләргә тура киләсәк.

Читайте нас: