Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 15:00

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балалар төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөргә тейеш түгел.

15 июндән практик әҙерлеккә бәйле өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырған, шул иҫәптән төрлө категориялағы транспорт саралары водителдәрен уҡытыу менән шөғөлләнгән мәғариф ойошмалары ҡайтанан эшләй башлай.

22 июндән балалар дауаланған һәм штатында медицина персоналы булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары асыла.

Фото: интернет селтәренән

Читайте нас: