Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 18:10

Башҡортостан Башлығы Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү көнөн тәҡдим итте

VI Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙең республикала 2020 йылдың икенсе яртыһында уҙғарылырға тейеш ине

Радий Хәбиров фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара Советы етәксеһенә VI ҙур мәҙәни форумды 2021 йылдың 3 июленән 10 июленә тиклем үткәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йыл һайын үткәрелеп килә. Донъяның тиҫтәләгән илдәренең фольклор коллективтары йыр-бейеүҙәре, кәсептәре һәм халыҡ уйындары ярҙамында үҙҙәренең йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

VI Бөтә донъя фольклориадаһы беҙҙең республикала 2020 йылдың икенсе яртыһында уҙғарылырға тейеш ине, әммә, башҡа ҙур масштаблы халыҡ-ара форумдар кеүек, коронавирус пандемияһына бәйле, сара кисектерелде.
Читайте нас: