Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 14:00
Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса минималь пособие ике тапҡырға артты
Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 3 375 һумдан 6 752 һумға тиклем арттырыла.
Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 3 375 һумдан 6 752 һумға тиклем арттырыла. Рәсәй президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 майҙа президент бала тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырырға
тәҡдим иткәйне
. Уның һүҙҙәренсә, эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ошондай пособие ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр.
Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның максималь күләме арта. 6000-дән 13 504 һумға тиклем. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
http://www.bashinform.ru/bash/1459832/
Фото: интернет селтәренән
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?