Йәш һәләтле ҡәләм оҫталарын табыу маҡсаты менән ойошторолған проектта ҡатнашыу өсөн ғариза тултырып, ижад емештәреңде
litshkola@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк. Сараның иң беренсе маҡсаты - башҡорт әҙәбиәтендә быуындар күсәгилешлелеген тәьмин итеү, ижади йәштәрҙе әүҙемләштереү. Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев "Башинформ" агентлығына белдереүенсә, авторҙарҙың башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге ҡулъяҙмаларын билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар баһалаясаҡ.