Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 16:04

Радий Хәбиров Мәскәүҙән һәм төбәктәрҙән ҡайтҡандар өсөн мотлаҡ изоляцияны ғәмәлдән сығарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙән һәм төбәктәрҙән ҡайтҡандар өсөн мотлаҡ изоляцияны ғәмәлдән сығарҙы. 1 июндә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙән һәм төбәктәрҙән ҡайтҡандар өсөн мотлаҡ изоляцияны ғәмәлдән сығарҙы. 1 июндә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул ошо хаҡта белдерҙе.

«Беҙ аэропорттағы хәлде тикшерҙек. Белеүегеҙсә, Мәскәүҙән һәм эпидемиологик йәһәттән хәүефле төбәктәрҙән ҡайтҡандар анализ бирергә һәм изоляцияла ултырырға тейеш ине. Беҙ иҡтисадты астыҡ, ҡайһы бер төбәктәр ҙә шулай эшләне. Эш буйынса Мәскәүгә барып ҡайтырға кәрәк, беҙ хәлде тота алмайбыҙ. Шуға күрә Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтҡандарҙың бөтәһенән дә мотлаҡ изоляцияла ултырыуын талап итеүгә ҡағылышлы норманы бөгөндән ғәмәлдән сығарабыҙ», — тине республика башлығы.

Шул уҡ ваҡытта аэропортта һәм тимер юл вокзалында барлыҡ контроль саралары ҡала: улар – температураны үлсәү һәм махсус тикшереүҙәр.

Фото: opennov.ru

Читайте нас в