Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 16:05

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – 25 йыл

Башҡорт теле йылында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы 25 йыллығын билдәләй.

Тап ошо дата иң ҙур йәмәғәт ойошмаһының тарихи йылъяҙмаһын аса.

Сирек быуат элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелеп, унда тәүге тапҡыр бөтә донъянан башҡорт халҡы вәкилдәре йыйылды. Был форумды абруйлы аҡһаҡал, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаров асты, төп доклад менән Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.

I Бөтә донъя ҡоролтайы ойошторолғандан алып, күп эштәр атҡарылды. Хәҙер Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында урындағы бүлексәләр эшләп килә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, телде, халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтерү мәсьәләләре бөгөн дә өҫтөнлөклө булып ҡала.

Был датаға арналған саралар онлайн-форматта үткәрелә. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына байҡау яһарға мөмкин. Беренсе ҡоролтай делегаттары, Башҡарма комитет ағзалары үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша, билдәле шәхестәр менән видео осрашыуҙар, викториналар уҙа, бында шулай уҡ ҡоролтай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға ла була. Шулай уҡ юбилейға ҡарата онлайн-концерт эстафетаһы башланды, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы сиктәрендә, “Башҡорт телендә уҡыйбыҙ” уникаль акцияһы ойошторолдо. Унда теләге булған һәр кем башҡорт телендәге республика баҫмаһына яҙылып, приздар һәм бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә.

“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса.

Читайте нас в