Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 13:15

Бөгөн,1 июндә, 10 мең ғаилә 10 мең һум аҡса аласаҡ

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 10 мең Рәсәй ғаиләһе коронавирус пандемияһы сәбәпле 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән 10 мең һум аҡса аласаҡ.

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 10 мең Рәсәй ғаиләһе коронавирус пандемияһы сәбәпле 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән 10 мең һум аҡса аласаҡ.

Дөйөм алғанда, был түләү 15 мең ҡыҙ һәм малайға күсәсәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша кемдәр 22 майға тиклем ғариза яҙған, шулар был исемлеккә инә. Пенсия фонды белдереүенсә, ғариза биш көн эсендә ҡарала, ә аҡса тейешле иҫәпкә өс көн эсендә күсерелә. Шулай уҡ атай-әсәйҙәрҙе документты тултырғанда иғтибарлы булырға, айырыуса банк иҫәбе реквизиттарын яҙғанда хаталар ебәрмәҫкә саҡыралар.

Фото: https://pixabay.com/ru/

Читайте нас: