Абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтарын дистанцион рәүештә ебәрергә тейеш. Рәсәйҙең федераль кадастр палатаһы вузға тапшырыла торған документтар исемлегенә квалификациялы электрон ҡултамға сертификатын да индергән. Шулай итеп, быйылдан абитуриенттарға ошо сертификатты бүтән тейешле документтарына ҡушып тапшырыу мотлаҡ. Был сертификатты 14 йәштән олораҡ һәр кемгә
kadastr.ru сайтында заказ биреп алырға мөмкин. СНИЛС, ИНН һандары, паспорт тураһында мәғлүмәт кәрәк буласаҡ. Сертификатты рәсми сайттағы шәхси кабинет аша ғына алырға мөмкин, йәғни бер кем дә сәлдерә алмаясаҡ, тиҙәр.