Мәғариф һәм фән өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте сайтында Берҙәм дәүләт имтиханының проекты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелгән.
План буйынса 29 июндә география, әҙәбиәт, информатика буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары буласаҡ. Урыҫ теле буйынса һынауҙы ун беренселәр ике көнгә бүленеп, 2, 3 июлдә бирәсәк. 6 июлдә - йүнәлешле математиканан, 9 июлдә - тарих һәм физиканан, 13 июлдә - йәмғиәтте өйрәнеү һәм химиянан, 16 июлдә - биологиянан һәм сит телдәр буйынса телдән, 18 һәм 20 июлдә сит телдәр буйынса телдән Берҙәм дәүләт имтихандары буласаҡ. Шулай уҡ өҫтәмә көндәр ҙә билдәләнәсәк.
Быйыл имтихан тапшырыу пункттарында санитар контроль көсәйтеләсәк.
Бығаса ла имтихандар теҙмәһе төҙөлгәйне, әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында БДИ кисектерелде. Инде был мәғлүмәт үҙгәрмәҫ, моғайын.
Фото: nicstyle.ru