Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары май айындағы пленар ултырышта "Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Әгәр закон ҡабул ителһә, республикала көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем тынлыҡ сәғәте була. Атап әйткәндә, күрһәтелгән ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарған өсөн штраф һалырға тәҡдим ителә. "Закон проекты халыҡтың тыныслығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Беҙ уны һайлаусыларҙың бик күп мөрәжәғәттәре нигеҙендә әҙерләнек, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. - Төп маҡсат - был ваҡытта, ҡағиҙә булараҡ, көндөҙ йоҡлап алған өлкән йәштәгеләрҙең һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау. Балалар туйғансы йоҡларға тейеш". Парламент спикеры шулай уҡ тейешле законды ҡабул итеүҙең коронавирус пандемияһы шарттарында бик мөһим булыуын билдәләне. "Тынлыҡ сәғәте" осоронда тынлыҡты боҙған өсөн штраф күләме граждандарға - мең һумдан алып ике мең һумғаса, вазифалы кешеләргә - өс меңдән биш мең һумғаса, юридик берәмектәргә - ун меңдән ун биш мең һумғаса. Сикләүҙәр аварияларҙы, стихия афәттәрен бөтөрөү осраҡтарына, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә, граждандарҙың шәхси һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле кисектергеһеҙ эштәргә, шулай уҡ файҙаланыуға тапшырылғандан һуң йыл ярым дауамында яңы йорттарға ҡағылмай.
Фото: vodakanazer.ru