Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы 2 июндәге аукцион һөҙөмтәһе буйынса 228, 18 миллион һум башланғыс хаҡы менән 101 мәктәп өсөн күпләп техника һатып алыу өсөн тәьмин итеүсене һайлаясаҡ.
Барлығы 3 мең 838 ноутбук, 101 күп функциялы ҡоролма, 202 мәғлүмәттәрҙе автомат рәүештә эшкәртеү ҡоролмаһы һатып алынасаҡ. Килешеү республика ҡаҙнаһынан финанслана. Әлеге яңы компьютер техникаһы менән Көйөргәҙе районы Ермолаев махсус интернат-мәктәбе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, иретеп йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт производствоһының Башҡорт, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледждары һәм башҡа белем усаҡтары йыһазландырыласаҡ.
Фото: kompascomputers.ru