Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды.
18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы Пасханы билдәләгән кеүек ойоштороласағын әйтте. Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде.
«Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы, беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Пасханы билдәләгән ваҡытта режим үтәлмәгән, күмәкләп ғибәҙәт ҡылған урындарҙа коронавирус таралыуы осраҡтары булыуын әйтте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иҫәпләнә.
Фото: fotokto.ru