Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:20

Фытыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелә?

Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.

1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.

2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.

3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.

4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.

5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.

6. Зәҡәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән: бутарға ярамай. Был аҡсалар иһә түбәндәге әйтелеп үткәндәргә мәсеттән бүленеп бирелергә тейеш.
Кемдәргә фытыр саҙаҡаһы бирелмәй.

1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.

2. Үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.

3. Үҙ балаларыңа.

4. Үҙ ейәндәреңә.

5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.

6. Байҙарға.
Фытыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фытырҙы аҡсалата йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.
Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандар ҙа бирергә тейеш.

Фото: интернет селтәренән.
Читайте нас: