Әлшәй хәбәрҙәре
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:50

Үҙмәшғүлдәргә эшләргә рөхсәт бирелде

12 майҙан Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә йәнә эшләргә рөхсәт ителә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.

12 майҙан Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә йәнә эшләргә рөхсәт ителә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.

«Барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәгән осраҡта, махсус һалым режимы булған үҙмәшғүл граждандарға эшләргә рөхсәт бирәбеҙ», — тип белдерҙе ул.

Үҙ эшмәкәрлегендә ялланма хеҙмәт йәлеп итмәгән һәм «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы үҙмәшғүлдәр тип атайҙар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала «Юғары әҙерлек» режимы һаҡлана, шулай уҡ изоляция режимы тулыһынса бөтөрөлмәй.

Фото: vkonline.ru

Читайте нас: