Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:15

Мәғариф министрлығы уҡыу йылының ҡасан тамамланасағын хәбәр итте

Башҡортостандың бөтә белем биреү ойошмалары элеккесә дистанцион режимда эшләй. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдерҙе.«Уҡыу йылы, алдан әйтелгәнсә, 1-4-се кластар өсөн – 22 майҙа, 5-11-се класс уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Мәғариф министрлығында.Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу, ҡағиҙә булараҡ, 1 июлгә тиклем тамамлана. Ләкин ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында уҡыу планына бәйле датаның күсерелеүе ихтимал. Студенттар имтихандарҙы дистанциялы форматта тапшыра.«12 майҙан ата-әсәләре эшкә сыға башлаған бөтә балаларға балалар баҡсаһындағы дежур төркөмдәрҙә урын бирелә. Дежур балалар баҡсалары, төркөмдәр һанын муниципалитет билдәләй», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.Дежур төркөмгә индереү өсөн ата-әсәләргә мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһы етәксеһенә ирекле формала ғариза яҙырға, баланың һаулығы тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Һуңғы документты педиатрҙан дистанциялы рәүештә алырға мөмкин. Фото:smol-dmsh1.ruhttp://www.bashinform.ru/news/1449213-minobrnauki-bashkirii-poyasnil-kak-zavershitsya-uchebnyy-god-v-period-rasprostraneniya-covid-19/

Башҡортостандың бөтә белем биреү ойошмалары элеккесә дистанцион режимда эшләй. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдерҙе.

«Уҡыу йылы, алдан әйтелгәнсә, 1-4-се кластар өсөн – 22 майҙа, 5-11-се класс уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Мәғариф министрлығында.

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу, ҡағиҙә булараҡ, 1 июлгә тиклем тамамлана. Ләкин ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында уҡыу планына бәйле датаның күсерелеүе ихтимал. Студенттар имтихандарҙы дистанциялы форматта тапшыра.

«12 майҙан ата-әсәләре эшкә сыға башлаған бөтә балаларға балалар баҡсаһындағы дежур төркөмдәрҙә урын бирелә. Дежур балалар баҡсалары, төркөмдәр һанын муниципалитет билдәләй», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Дежур төркөмгә индереү өсөн ата-әсәләргә мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһы етәксеһенә ирекле формала ғариза яҙырға, баланың һаулығы тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Һуңғы документты педиатрҙан дистанциялы рәүештә алырға мөмкин.

Фото:smol-dmsh1.ru

Читайте нас: