«Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә һәм илдә, республикала эпидемияға ҡаршы ҡабул ителгән сараларға бәйле, Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған Ғаилә аҙналығы (11-17 май) һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә, - тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. - Барлыҡ тематик сараларҙы 6-12 июлдә уҙғарыу планлаштырыла. Улар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнала».