Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 13:05

Рәсәй Мәғариф министрлығы вуздарҙа яңы уҡыу йылының башланыуын күсерергә йыйынмай

Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы коронавирус арҡаһында вуздарҙа яңы уҡыу йылының башланыу ваҡытын күсерергә йыйынмай, ул 1 сентябрҙә башлана, тип хәбәр итте ТАСС.

Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы коронавирус арҡаһында вуздарҙа яңы уҡыу йылының башланыу ваҡытын күсерергә йыйынмай, ул 1 сентябрҙә башлана, тип хәбәр итте ТАСС.

Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында уны 1 октябргә күсереү ихтималлығы тураһында яҙғайнылар.

«Әлеге ваҡытта Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы түбәндәге ваҡытты күҙ уңында тота: быйыл абитуриенттарҙан бюджет урындарына доументтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө – 10 август. Уҡырға алыуҙың тәүге тулҡыны — 19 августа, ә икенсеһе 24 августа була. Беренсе сентябрҙә юғары уҡыу йортона ингән бөтә студенттарҙың офлайн дәрестәре башлана. Уҡытыу форматы эпидемиологик хәлдән сығып һайлана», — тип белдерҙеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Фән һәм юғары белем министрлығында ҡабул итеү кампанияһы ваҡытының берҙәм дәүләт имтиханы тамамланыуға ҡарата билдәләнеүен, ә абитуриенттың һәм ҡабул итеү комиссияһының аралашыу форматы онлайн-режимға күсерелеүен иҫкә төшөрҙөләр.

Читайте нас: