Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 18:55

Май байрамдарында дауаханалар нисек эшләй

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан май байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан май байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр иттеләр.
Амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары түбәндәге режимда эшләй:
* 1, 3, 5 май һәм 10 май — ял көндәре;
* 2, 4 май һәм 9, 11 май — шәмбе графигы буйынса: поликлиникалар һәм поликлиника бүлектәре — иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, кисектергеһеҙ хеҙмәттең эше - иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр;
*6, 7, 8 май — эш көнө графигы буйынса.
Стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары — тәүлек әйләнәһенә, ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй.
Читайте нас: