Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 12:25

Илдәге хәл-торошҡа бәйле

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, ил башлығы ошо аҙнала йәнә тура эфирҙа сығыш яһаясаҡ.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, ил башлығы ошо аҙнала йәнә тура эфирҙа сығыш яһаясаҡ.

"Был аҙнала беҙ дәүләт башлығының перспективаларҙы баһалау менән бәйле яңы мөрәжәғәтен ишетербеҙ тип уйлайым", - тине Дмитрий Песков.

Президент ил граждандарына 25 мартта һәм 2 апрелдә мөрәжәғәт иткәйне. Ул саҡта Владимир Путин Рәсәйҙә 30 апрелгә тиклем үҙ изоляция режимы иғлан итте һәм коронавирус таралыу тиҙлеген кәметеү, шулай уҡ граждандарға, төп инфраструктура һәм бизнесҡа ярҙам итеү өсөн ҡайһы бер саралар тәҡдим итте.

Читайте нас: