Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:50

Ихаталар төҙөкләндереләсәк

Төбәктәрҙә был ғәмәлдәр төҙөлгән графиктарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөтә санитария-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлеүе шарт.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты нигеҙендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау, Таҙалыҡ көндәрен, өмәләр һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһын үткәреү мәсьәләһе буйынса видеоконференцэлемтә тәртибендә кәңәшмә булды.

Унда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектын ғәмәлгә ашырыу барышы айырым тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ваҡытын күсергәйнеләр. Төбәктәрҙә был ғәмәлдәр төҙөлгән графиктарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөтә санитария-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлеүе шарт.

– Иғтибар итегеҙ, килешеүҙәр төҙөү һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау ваҡыты – быйыл 1 апрелдә, эш тулыһынса октябрь аҙағында тамамланырға тейеш, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.

Тағы ла бер мәсьәлә “Башҡортостан ихаталары” республика программаһына ҡағылды. 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау планлаштырыла. Быйыл республикала йәмғеһе 390 ихатаны төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум аҡса бүленә.

Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас: