Кәңәшмә башында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин төҙөлөш тармағындағы хәл һәм коронавирус сиренең таралыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Әле республикала меңдән ашыу бина һәм ҡоролма, шул иҫәптән 500-гә яҡын күп фатирлы йорт, 115 социаль объект һалына. Ведомство төҙөлөш майҙансыҡтарында эшләүгә өҫтәмә талаптар булдырған.
Марат Әхмәҙуллин шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан билдәләнгән торлаҡ-төҙөлөш сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен телгә алды. Атап әйткәндә, ташламалы ипотека программалары, төҙөүселәргә банк кредиты алыу мөмкинлеген киңәйтеү, өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү һәм күләмле инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.