Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 16:35

Өс йәшкә тиклемге балаларға - бишәр мең һум

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге һәр балаға апрелдән июнгә тиклем ай һайын биш мең һум аҡса түләнәсәк.

Был түләүҙәр, 2020 йылдың 1 июленә тиклем әсәлек капиталына хоҡуғы булған бөтә ғаиләләргә лә, хатта сертификат буйынса аҡсалар тулыһынса тотонолһа ла, түләнергә тейеш.

Эпидемиологик хәлдең киҫкен тороуы сәбәпле бүленгән был өҫтәмә финанс ярҙам әсәлек капиталы суммаһын кәметмәй һәм башҡа социаль түләүҙәр алғанда ғаилә килеме булараҡ иҫәпләнмәй.

Ярҙамды алыуға хоҡуғы булған ғаиләләр Пенсия фондына ғариза менән 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итә ала һәм апрелдән июнгә тиклем, йәғни өс айға, түләүҙәр аласаҡ.

Өҫтәмә түләүҙе алыу өсөн es.pfrf.ru йәки gosuslugi.ru. порталында “Шәхси кабинет” аша ғариза яҙыу ҙа етә. Сертификатҡа эйә булыусыға башҡа бер ниндәй ҙә өҫтәмә документ тапшырырға кәрәкмәй, Пенсия фонды башҡа мәғлүмәтте үҙ аллы аласаҡ.

Минислам ҒИЛМЕТДИНОВ,

Пенсия фондының район идаралығы етәксеһе.

Белешмәләр өсөн тел: 3-11-54.

Читайте нас: