Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 13:50

Үҙ аллы изоляция режимы ҡәтғиләште

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша бара, республикала ауырыусылар һаны артҡандан-арта.

Был ҡатмарлы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙ аллы изоляция режимын ҡәтғиләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ аллы изоляция ваҡытында тиҙ ярҙам кәрәк булған осраҡта дауаханаға, дарыуханаға һәм яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына барырға, йорт хайуандарын урамда йөрөтөргә алып сыҡҡанда йәшәгән урындан 100 метрҙан алыҫ китмәҫкә, контейнерға сүп-сар илтергә һәм эшкә йөрөүселәргә эш урындарына барырға рөхсәт ителә. Эшкә йөрөүселәр эш башланыу һәм тамамланыу графигы, йәшәгән һәм эшләгән адрес яҙылған яңы пропуск алдылар.

65 йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн “Комендант сәғәте” һаҡлана. Йәмәғәт транспортында һәм таксиҙа битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөү мотлаҡ.

Яңы сикләүҙәр doroga02 сервисына ла ҡағыла. Уның ярҙамы менән аҙнаһына ике тапҡыр ғына юлға сығырға рөхсәт бирелә.

Тәртип боҙоусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк. Республика Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, рөхсәтһеҙ урманға, тәбиғәт ҡосағына сығыусыларға, балыҡҡа йөрөүселәргә лә штраф һалынасаҡ.

Читайте нас: