Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 12:25

Мәсеттәр ҙә онлайн режимға күсә

Карантин сараларына бәйле, бөгөн дини ойошмалар ҙа яңыса йәшәргә һәм эшләргә өйрәнә. Дин әһелдәре лә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ өлөшөн индерә һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, кәңәштәрен бирә.

Шулай итеп, Башҡортостандың дини йорттары ла онлайн режимға күсте. Хәҙер мәсеттәрҙә күмәкләп намаҙ уҡыу ваҡытлыса ойошторолмай, күп кешеләр ҡатнашҡан саралар ҙа кисектерелеп торасаҡ.
– Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр. Аллаһ ебәргән һынау беҙҙең илгә лә төштө. Коронавирус – пандемия, ҙур бәлә. Был ваҡытта берҙәм булырға кәрәк. Беҙ бөтәбеҙ ҙә дәүләт закондарын, табиптар һәм санитар-эпидемия хеҙмәттәре талаптарын үтәргә тейешбеҙ. Мәсеттәр онлайн режимға күсәбеҙ. Артабан халыҡты йыймайынса ғына йома намаҙҙарын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Республика Башлығы һәм власть вәкилдәре аныҡ күрһәтмәләр бирҙе, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ әйткәненсә, мосолман кеше үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерергә тейеш түгел, – тип был йәһәттән фекерен белдерҙе Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.
Читайте нас: