-2 °С
Болотло
Президент Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.
- Бөгөнгө кәңәшмә коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәш шарттарында, бизнесҡа, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә һәм граждандарҙың килеменә ярҙам итеү мәсьәләләренә арнала. Хөкүмәт инде был йүнәлештә бер нисә сара әҙерләне һәм ғәмәлгә ашыра, - тине дәүләт башлығы.
Шулай уҡ, Владимир Путин Министрҙар кабинетынан иҡтисадҡа ярҙам итеүҙең яңы юлдарын әҙерләүҙе талап итте. Ул хәлдең динамик рәүештә үҙгәреүен һәм сараларҙың һөҙөмтәлелеген һәм етерлек булыуын даими баһаларға кәрәк, тип белдерҙе.