Н. С. Зыязетдинов вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды.
Р. С. Сәйәпов 1973 йылда Өфөлә тыуған. Юғары һөнәри белемле – 1997 йылда “Дауалау эше” белгеслеге буйынса Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһы хирургия бүлегендә медбрат булып башлай, уҡыуын тамамлағандан һуң шунда уҡ табип-интерн булып эшләүен дауам итә.
1998 йылдан 2016 йылға тиклем Раевка үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә - табип-хирург, 2016 - 2018 йылдарҙа - баш табиптың граждандар оборонаһы һәм мобилизация эше буйынса урынбаҫары, 2019 йылда – поликлиника мөдире, артабан баш табиптың поликлиника буйынса урынбаҫары, ойоштороу-методика кабинеты мөдире, махсуслаштырылған тәүге медицина-санитария ярҙамы кабинеты мөдире һәм бер үк ваҡытта табип-эндоскопист булып эшләй.