Рәсәй Президенты пандемия шарттарында халыҡты социаль яҡлау буйынса яңы саралар тураһында хәбәр итте.
Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттар менән туранан-тура эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр билдәләнде.
Владимир Путин бизнесҡа өҫтәмә ярҙам программаһын әҙерләргә, ә ҡулланыусылар һәм ипотека кредиттары буйынса каникулдарҙы күпселек рәсәйҙәр ҡуллана алырлык итеп эшләргә ҡушты.
1 марттан һуң эшен юғалтҡан кешеләр апрелдә, май һәм июндә эшһеҙлек буйынса МРОТ күләмендә (12130 һум) пособие аласаҡ. Урал коэффициентын иҫәпкә алып, Башҡортостанда был сумма 13945,5 һум тәшкил итә. Бынан тыш, Президент билдәләүенсә, эшһеҙ ата-әсәләрҙең ғаиләләрендә балиғ булмаған һәр балаға киләһе өс айҙа өсәр мең һум аҡса түләнәсәк. Дәүләт башлығы ваҡытлыса эшһеҙ тип табылғандарға өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙәрҙе һәм башҡа пособиеләрнеарҙы иҫәпләгәндә, элекке эш урыны буйынса алынған килемде иҫәпкә алмаҫҡа тәҡдим итте.
Президент шулай уҡ кәмендә өс айға паспорттарҙы, шофер таныҡлыҡтарын һәм шәхесте раҫлаусы башҡа документтарҙы автомат рәүештә оҙайтыу механизмын эшләргә ҡушты.
Фото: twitter.com