Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 12:30

Оло йәштәгеләр һәм балалар өсөн “Комендант сәғәте”

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлана бара, зарарланыусылар һаны арта. Шуға ла республикала үҙ аллы изоляция режимын күҙәтеү буйынса контроль көсәйтелде. Ә өлкән йәштәгеләр һәм балалар өсөн “комендант сәғәте” индерелде.

65 йәштән өлкән кешеләр эшкә йөрөүселәр менән аҙыраҡ аралашһын өсөн 18 сәғәттән иртәнге 10-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш.

“Комендант сәғәте” балалар өсөн дә ғәмәлгә инде – уларға киске 6-нан көндөҙгө 13 сәғәткә тиклем урамда йөрөү тыйыла.

Тәртип боҙоусыларға штраф һалынасаҡ. Ә Мәскәүҙән ҡайтыусылар COVID-19 инфекцияһына мотлаҡ тест тапшырырға һәм 14 көнлөк карантинға китергә тейеш.

- Беҙҙең фаразлауыбыҙса, бөтә ил һәм республикабыҙ өсөн киләһе ике-өс аҙна хәл иткес буласаҡ, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Әгәр ҙә беҙ үҙ аллы изоляция режимын күҙәтһәк, улар ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Әлегә бынан да нәтижәлерәк бер нимә лә юҡ.

Ғәмәлдәге тулы үҙ аллы изоляция режимы шарттарында шәхси автомобилеңдә йөрөү өсөн doroga02.ru порталында рөхсәт алырға кәрәк. Көнөнә 90 минут ҡына йөрөргә рөхсәт ителә.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас: