Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 11:30

“Йыл экспортеры” конкурсында 28 компания ҡатнашҡан

Конкурс барышында 11 номинация буйынса еңеүселәр һайлап алынған.

Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған “Йыл экспортеры” республика конкурсының комиссияһы сит илгә тауар сығарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән предприятиеларҙың документтарын ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Быйыл сарала 28 компания ҡатнашҡан, шуның 20-һе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, һигеҙе – ҙур предприятиелар. Конкурс барышында 11 номинация буйынса еңеүселәр һайлап алынған. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә экспортҡа сығарылған тауар күләме, география, тауар исемлеге, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдә уҙған халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыу кеүек критерийҙар иҫәпкә алынған.

Шулай итеп, ҙур предприятиелар араһынан “Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортеры. Ҙур бизнес” номинацияһында – “Кроношпан Башҡортостан” йәмғиәте, “Агросәнәғәт комплексы араһында йыл экспортеры. Ҙур бизнес” – “Шишмә май экстрацияһы заводы” йәмғиәте, “Хеҙмәтләндереү тармағындағы йыл экспортеры. Ҙур бизнес” – “Пакер” ғилми-етештереү фирмаһы, “Яңы география. Ҙур бизнес” – “Өфөоргсинтез” йәмғиәте, “Йыл ынтылышы. Ҙур бизнес” номиницияһына “Шишмә шәкәр заводы” йәмғиәте лайыҡ булды.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында сәнәғәт өлкәһендә – “Быраулауҙа инновациялар” йәмғиәте, агросәнәғәт комплексында – “Эксперимент” компаниялар төркөмө, хеҙмәтләндереү тармағында “Квантор” инженер компанияһы” "Йыл экспортеры" булып танылды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл ынтылышы” номинацияһында – “Рус Купорос компанияһы” йәмғиәте, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында яңы география” – “Өфөхимкомплект” йәмғиәте, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияһында “АРТ-Оснастка” йәмғиәтенә билдәләнде.

“Йыл экспортеры” конкурсы республика тауар етештереүселәренең экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү һәм уларҙы тышҡы баҙарҙа дәғүә итерлек тауар етештереүгә ҡеүәтләү маҡсатында уҙғарыла. Сара төбәктә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәттәрен үҫтереү” төбәк проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән программа сиктәрендә ойошторола.

Башҡортостан компаниялары “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендәге премияға дәғүә итә ала. Сара ике этаптан тора: беренсеһе – федераль округ, икенсеһе федераль кимәлендә. Ғаризаны Рәсәй экспорт үҙәгенең сайтында (https://www.exportcenter.ru/awards/) бирергә мөмкин, шунда уҡ шарттары тураһында ла тулы мәғлүмәт ҡуйылған.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Читайте нас: