Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 00:25

Башҡортостанда икенсе кеше коронавирустан һауыҡҡан

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Әле республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 10 кеше теркәлгән. 106 кеше, шул иҫәптән 14 бала, вирусты йоҡтороу шиге менән дауаханала ята. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы брифингта белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, 31 мартта тәүге кеше һауығып дауахананан сыҡҡайны, бөгөн уға тағы берәү өҫтәлде: дауаханала әле һигеҙ кеше ҡала. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя.
Читайте нас: