Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 14:05

“Әлеге ваҡытта иң хәүефһеҙе – өйҙә ултырыу!

Владимир Путин коронавирус эпидемияһына бәйле рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итте

Владимир Путин коронавирус эпидемияһына бәйле рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итте
Ауырыуҙың тиҙ таралыу ҡурҡынысын булдырмау һәм хәүеф-хәтәрҙе кәметеү маҡсатында Президент бер нисә сара тәҡдим итте:
22 апрелдәге Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөн күсерергә;
30 марттан 3 апрелгә тиклем эшләмәй торған аҙна (эш хаҡын һаҡлап) тип иғлан итергә, был барлыҡ кимәлдәге дәүләт власы органдарына, тормошто тәьмин иткән структураларға ҡағылмай;
алдағы ярты йылға граждандарға өҫтәмә белешмәләрһеҙ барлыҡ социаль түләүҙәрҙе һәм льготаларҙы автоматик рәүештә оҙайтырға;
Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата апрелдә үк ветерандарға һәм тыл эшсәндәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе бирергә;
әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләргә өс йәшкә тиклемге һәр балаға өҫтәмә рәүештә ай һайын бишәр мең һум түләргә, өс йәштән ете йәшкәсә балаларға яңы түләүҙәрҙе алыуҙы тиҙләтергә;
больничный түләү нормаһы айына бер МРОТ-тан кәм булмаҫҡа тейеш;
эшһеҙлек буйынса пособиены айына МРОТ кимәленә тиклем, йәғни, 12130 һумға тиклем арттырырға;
килеме 30 процентҡа кәмегән граждандарға ипотека һәм кредит түләүҙәрҙә каникул биреләсәк;
кесе һәм урта бизнес өсөн киләһе алты айға һалым буйынса түләүҙәр кисектереләсәк (НДС-тан башҡа) һәм иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн башҡа ашығыс саралар күрергә.
- Әгәр беҙ берҙәм булһаҡ, был хәлдең ауырлығын аңлаһаҡ, дәүләт, йәмғиәт, граждандар бергә эш итһәк, әгәр һәр беребеҙгә бәйле булған бөтә нәмәне эшләһәк, башҡарылған барлыҡ саралар ҙа һөҙөмтә бирәсәк, - тип белдерҙе Владимир Путин.
Фото: https://yandex.ru/
Читайте нас: