Илебеҙ Хөкүмәте коронавирусҡа бәйле ошондай ҡарар ҡабул итте.
- Раевка үҙәк район дауаханаһында карантин саралары дауам итә. Диспансерлаштырыу һәм профилактик медицина тикшереүҙәре ваҡытлыса туҡтатылды. Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыусыларға медицина ярҙамы амбулаторияла, башлыса йортҡа барып күрһәтелә, - тип хәбәр иттеләр дауахана хакимиәтендә.
Раевка үҙәк район дауаханаһының “Ҡыҙыу линия” телефоны: 8-937-358-4873, баш табиптың медицина бүлеге буйынса урынбаҫары: 2-39-84, поликлиника мөдире: 2-21-02.