Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 12:15

Республикала күп функциялы үҙәк ябылмай, ләкин унда үтә ныҡ кәрәк осраҡта ғына барырға кәңәш ителә

Башҡортостанда күп функциялы үҙәк штат режимында эшләй, ләкин

Башҡортостанда күп функциялы үҙәк штат режимында эшләй, ләкин инфекцияны иҫкәртеүгә бәйле документтар ашығыс рәүештә кәрәк осраҡта ғына операция залдарына килергә кәңәш бирә.
Ике һәм унан күберәк офистар булған ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа кеше аҙыраҡ операция залын һайларға мөмкин, тип билдәләнеләр күп функциялы үҙәктә. Һәр бүлексәне рәсми сайтта онлайн режимда күҙәтеп барырға мөмкин (кәрәкле тораҡ пунктты һайларға).
Шулай уҡ контакт-үҙәк телефоны буйынса йәки шәхси кабинетта алдан яҙылырға, ситтән тороп белгестәр менән кәңәшләшергә, эш графигын йәки кәрәкле документтар пакетын аныҡларға мөмкин:
— контакт-үҙәк телефоны буйынса + 7 (347) 246 – 55 – 33
— рәсми сайтта онлайн-консультант аша.
«Дәүләт хеҙмәттәре» сервисын файҙаланғанда дәүләт пошлинаһын түләү өсөн 30% ташлама бирелә.
фото/Pixabay
Читайте нас: