Әлшәй хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 14:10

Өфөнө 2 миллиондан ашыу бер йыллыҡ сәскәләр менән биҙәйҙәр

Бөгөн Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» теплицаларында 80 мең дана петуния, 20 мең бәрхәт үлән һәм 30 мең цинерария үҫтерелә.

Бөгөн Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» теплицаларында 80 мең дана петуния, 20 мең бәрхәт үлән һәм 30 мең цинерария үҫтерелә. Предприятие быйыл бөтәһе 260 мең бер йыллыҡ сәскәләр ҡарап үҫтерергә йыйына.
Коммуналь хеҙмәт эшселәре 6-7 майға Еңеү паркында, 112-се кавалерия дивизияһы скверында һәм ҡала хакимиәте янындағы сәскә түтәлдәренә тәүге петунияларҙы һәм бәрхәт үләндәрен ултыртырға тейеш.
Баш ҡала бер йыллыҡ сәскәләр ултыртыу буйынса былтырғы рекордты уҙып китергә һәм ҡала урамдарын 2 миллион 239 мең данаға яҡын сәскә менән биҙәргә теләй. 2019 йылда был һан 220 меңгә аҙыраҡ ине.
фото/Pixabay
Читайте нас в