Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 13:30

Күрәләтә ялған хәбәрҙәргә ышанмағыҙ!

Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға короновирус инфекцияһын индереү һәм таратыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында халыҡты ҡуҙғытҡан ялған яңылыҡтарға тағы ла айырым туҡталды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға короновирус инфекцияһын индереү һәм таратыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында халыҡты ҡуҙғытҡан ялған яңылыҡтарға тағы ла айырым туҡталды. Етәксе белдереүенсә, әле улар ғауға ҡуптарыу менән генә сикләнмәй, ә дошмандарса мәғлүмәт һөжүме алып бара.
– Әле фейк яңылыҡтар ике ағым менән килә. Тәбиғи юл – ҡайһы бер юҡ-барҙы һөйләгән һәм хәлдең айышына төшөнмәгән кешеләр тарафынан. Шулай уҡ маҡсатлы рәүештә мәғлүмәт таратыусылар ҙа бар. Маҡсат аңлашыла – хәлде тотороҡһоҙландырыу, халыҡты ил һәм власҡа ҡаршы ҡуйыу. Беҙҙең маҡсат – ялған һәм халыҡты ҡуҙғытҡан хәбәрҙәрҙе кире ҡағып, мәғлүмәт мөхитен ыңғай яңылыҡтар менән тултырыу. Яҡынлашҡан хәүефкә тыныс ҡарайбыҙ, тормош алға бара, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
“Башинформ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов ялған мәғлүмәттәрҙең социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша таралыуы хаҡында һөйләне.
– Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә бындай эшмәкәрлек өсөн ҡулға алынған кешеләр бар инде. Бөгөн яңы “инфодемия” термины көнүҙәк – күрәләтә ялған хәбәр таратыу эпидемияһы, – тине ул.
Ростислав Мырҙағолов киң мәғлүмәт сараларын һәм халыҡты тик федераль һәм республика оператив штабтарының, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми мәғлүмәттәренә генә таянырға саҡырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас: