Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 16:25

Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Был дата шаршамбыға тура килгәнлектән, тауыш биреү көнө ял көнө итеп иғлан ителә.
Дәүләт Башлығы ҡултамғаһы ҡуйылған рәсми документ тексында тауыш биреүгә «Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы?» тигән һорауҙы сығарыу хаҡында әйтелә. Ләкин ил президенты Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашыуҙа былай тип билдәләне.
«Башҡа илдәрҙәге кеүек киҫкен булмаһа ла, донъялағы ҡатмарлы, беҙҙең илгә ҡағылған эпидеомиологик хәлде күҙ уңында тотоп, ошо хәл бындай саралар үткәрергә мөмкинлек биргән осраҡта ғына тауыш биреүҙе уҙғарырбыҙ. Сөнки илдең Төп законына үҙгәрештәрҙең мөһим булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең граждандарҙың һаулығы һәм тормошонан да мөһимерәк нәмә юҡ», — тине Владимир Путин.
фото/Pixabay
Читайте нас: