Бөгөн хөкүмәт президиумында Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, коронавирустың таралыуына бәйле, Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү ихтималлығы тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, сараны үткәрмәү йәки күсереү мәсьәләһе рәсми рәүештә асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителәсәк. «Беҙ һаҡлыҡ күрһәтәбеҙ. Әлегә финанслауға тотонмайбыҙ. Уҙғарыу ихтималлығы аҙ», — тип Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтерә «Вести-Башкортостан». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала
VI Бөтә донъя Фольклориадаһы 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш.