Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда уҙған йылда ВИЧ инфекциялы 2 705 кеше асыҡланған. Уларҙың күпселеге — ир-егеттәр (61%), ҡатын-ҡыҙҙар — 39%. 2018 йыл менән сағыштырғанда былтыр сир йоҡтороу 2,48 процентҡа кәмегән. Элекке йылдарҙағы кеүек үк, зарарланыуҙың төп юлы — енси бәйләнешкә инеү. Уның өлөшөнә 84,8% тура килә. Парентераль юл менән зарарланыу осрағы кәмегән һәм 14,5% тәшкил иткән. ВИЧ-инфекция менән сирләүселәрҙең күбеһе — 31-40 йәшлектәр.