Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 19:15

Пестицидтар ҡулланыуға яуапһыҙ ҡараған өсөн 100 мең һумға тиклем штраф

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ашламалар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ эш итеү тураһында ике федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте,

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ашламалар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ эш итеү тураһында ике федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте, тип белдерҙеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә. Яландарҙа һәм урмандарҙа химик матдәләрҙе файҙаланған граждандарға һәм юридик берәмектәргә яҡындағы тораҡ пункттарҙа йәшәгән халыҡҡа ошо матдәләрҙе ҡулланырға йыйыныу хаҡында ваҡытында хәбәр итеү буйынса яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Икенсе проект беренсеһен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ билдәләй: граждандарға штраф суммаһы 1-3 мең һум була. Шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә штраф йәки 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте административ туҡтатыу ҡарала. Эшҡыуарҙар өсөн штраф — 5-30 мең һум, компаниялар өсөн 20-100 мең һум булыуы ихтимал.
«Ваҡытында хәбәр итмәүҙең кире эҙемтәләренең иң сағыу миҫалдарының береһе — 2019 йылдың июлендә бал ҡорттарының ҡырылыуы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ул саҡта Рәсәйҙең 25 төбәгендә 80 меңгә яҡын бал ҡорто ғаиләһе һәләк булған, зыян ике миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Умартасылар үҙҙәренә килгән зыянды тағы ла күберәк тип баһалай», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Былтыр сертификаты булмаған пестицидтар ҡулланыу арҡаһында бал ҡорттарының ҡырылыуына юл ҡуйған предприятиеға 34 мең һум штраф һалынды.
фото/Pixabay
Читайте нас: