Башҡортостанда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында уҡытыусылар, шәфҡәт туташтары, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар һәм хужабикәләр бар. Бөтәһе лә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Миҙалдарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.