Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 17:20

Кескәй принцессалар балы

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» була.

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» була. Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторола. Уға тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙыра. Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөй.
Тамаша көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында башлана, һуңынан ҙур бал ойошторола, унда һәр ҡунаҡ ҡатнашырға мөмкин. Йәш принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелә, һәр «принцесса»ға иҫтәлекле бүләктәр бирелә.
фото/Pixabay
Читайте нас: